К.ф.н.
Алимбаева Г.Г.
Стерлитамакский
многопрофильный профессиональный колледж, Россия
Төрки тел
ғилемендә стилдәрҙең бүленеше
Төрки тел
ғилемендә беренселәрҙән булып XIX быуаттың
тәүге яртыһындағы Урал – Волга буйы яҙма
әҙәби төрки телен стилистик система булараҡ
тикшереүсе С. Күкләшевтың фекерҙәре
иғтибарға лайыҡ. Уның фекеренсә, төрки телдәрҙә
өс стиль бар: ябай, эш ҡағыҙҙары, ғилми.
Был өс стилдең үҙенсәлектәрен был
тикшеренеүсе бына нисек билдәләй: “Ябай тел
һөйләү теленә ныҡ тартым һәм
һәр кемгә аңлайышлы. Эш
ҡағыҙҙары теле ябай тел менән ғилми тел
араһында тора; был телде аңлау өсөн
күнегеүҙәр үткәреү,
күнекмә алыу һәм оҙон, тарҡау
фекерҙәрҙе аңлап тотоп алыу тәжрибәһе
булыу талап ителә; был телдә теге йәки был
төшөнсәләрҙе биреү өсөн татар
һүҙҙәре булмағанлыҡтан,
кәрәк саҡта ғәрәп һәм фарсы һүҙҙәре
ҡулланыла. Ғилми тел ғәрәп телен яҡшы
белгәндәргә генә аңлайышлы, сөнки бында,
күпселектә, ғәрәп һүҙҙәре,
һүҙбәйләнештәре һәм
әйтемдәре өҫтөнлөк итә. Шундай
китаптар бар – уларҙың татарҙыҡы икәнен
һөйләмдәрҙең татар ярҙамсы
ҡылымы менән бөтөүенә ҡарап
ҡына белеп була” [Ишбирҙин, 1993, 120-121-се биттәр].
А.Н. Баскаков
төрки телдәрҙәге функциональ стилдәрҙе,
“яҙма һәм һөйләү формаларынан тыш,
дүрт төркөмгә бүлеп ҡарай:
а) ике
жанрҙағы – шиғри һәм проза – матур
әҙәбиәт стилдәре;
б) күп
төрлө фәнни-публицистик стиль (фәнни, публицистик,
махсус, гәзит һ.б.);
в) эш
ҡағыҙҙары стиле (кәнсәләр,
рәсми һ.б.);
г) культ стиле
(дини, сиркәү һ.б.).
Хәҙерге
төрөк телендә түбәндәге төп
функциональ стилдәр айырып йөрөтөлә: 1) матур
әҙәбиәт стиле, 2) публицистик стиль, 3) аралашыу теле
[Сәлимов, 2003, 10-сы бит].
Н.Б. Сәлимов
шулай уҡ төркмән һәм үзбәк
телселәре А. Аннануров менән Т.И. Курбановтарҙың
фекеренә туҡталып китә, уларҙың икеһе
лә 5 стиль билдәләп, матур әҙәбиәт,
фәнни һәм публицистик стилдәрҙе бер
төрлө атаһалар, Т.И. Курбанов рәсми-эш ҡағыҙҙары
һәм ябай һөйләү стилдәре тигән
термин менән билдәләгән
төрҙәрҙе А. Аннануров эш
ҡағыҙҙары (кәнсәләр) стиле
һәм әҙәби-ябай һөйләү
стилдәре тип атай [Сәлимов, 2003, 10-11-се биттәр].
Русистика
һәм тюркология буйынса хеҙмәттәрҙе
анализлау һөҙөмтәһендә, Н.Б.
Сәлимовтың фекеренә ҡушылып, шундай һығымта
яһарға була: хәҙерге рус телендә һәм
күпселек төрки телдәрендә ғалимдар
нигеҙҙә биш стилде билдәләй: матур әҙәбиәт стиле, публицистик стиль,
фәнни стиль, кәнсәләр йәки эш
ҡағыҙҙары стиле
һәм ябай
һөйләү стиле.
Башҡорт тел
ғилемендә стилистика өлкәһендә
тикшеренеүселәр Н.К. Дмитриев, Ҡ. Даян, Ә. Харисов,
Ҡ.З. Әхмәров, Ж.Ғ. Кейекбаев, Ғ.Ғ.
Сәйетбатталов, В.Ш. Псәнчин, Э.Ф. Ишбирҙин, Н.Б.
Сәлимов кеүек телсе-ғалимдарҙың ҡараштары
шундай үҙенсәлектәр менән билдәләнә.
Ж.Ғ. Кейекбаев менән Ғ.Ғ. Сәйетбатталов
жанрҙар стилен алты төргә - халыҡтың йәнле һөйләү стиле,
халыҡ ижады стиле, художестволы стиль, ғилми стиль,
ижтимағи-сәйәси йәки публицистик стиль, рәсми
йәки кәнсәләр (эш ҡағыҙҙары)
стиленә - бүлеп ҡараһа [Кейекбаев, 2001, 8-9-сы биттәр; Сәйетбатталов, 1985, 56-137-се
биттәр], В.Ш. Псәнчин башҡорт телендә шулай уҡ
алты стиль – йәнле
һөйләү, матур (күркәм)
әҙәбиәт, фәнни, публицистик, рәсми эш
ҡағыҙҙары, хаттар стиле – булыуын
билдәләй [Псәнчин, 2004, 14-35-се биттәр].
Күреүебеҙсә, был ике ҡараш
тәүгеһендә халыҡ ижады стиле ҡаралыуы
менән, икенсеһендә хаттар стиленә иғтибар
бирелеүе менән айырыла, шулай уҡ стилдәрҙең
атамаларында ла бер ни тиклем айырмалыҡтар бар.
Н.Б. Сәлимов
Э.Ф. Ишбирҙин тәҡдим иткән классификацияны таныуын
билдәләй, уларҙың фекеренсә, хәҙерге
рус телендә, шулай уҡ күпселек төрки телдәрендә
ҡабул ителгәнсә, башҡорт әҙәби
телендә лә 5 стиль бар, улар – матур
әҙәбиәт стиле, публицистик стиль, фәнни стиль,
рәсми эш стиле һәм ябай һөйләү стиле [Сәлимов,
2003, 16-сы бит; Ишбирҙин, 1993, 251-275-се биттәр].
Беҙ
иһә стилдәрҙе В.Ш. Псәнчин тарафынан
тәҡдим ителгән төркөмләү буйынса
өйрәнеүҙе маҡсатҡа ярашлы тип
иҫәпләйбеҙ. Тимәк, хәҙерге
башҡорт телендә түбәндәге 6 стиль бар:
1. Йәнле
һөйләү стиле.
2. Матур
(күркәм) әҙәбиәт стиле
3. Фәнни
стиль.
4. Публицистик
стиль.
5. Рәсми эш
ҡағыҙҙары стиле.
6. Хаттар стиле.
Әҙәбиәт:
1.
Ильмухаметов А.Г. Формирование и развитие
официально-делового стиля башкирского литературного языка: Автореф. дисс. …
канд. фил. наук. – Уфа, 2005. – 26 бит.
2.
Ишбирҙин Э.Ф. Башҡорт әҙәби теленең
тарихы. - Өфө: Китап, 1993. – 283 бит.
3.
Кейекбаев Ж. Ғ. Хәҙерге башҡорт
теле. Төҙәтелгән 2-се баҫмаһы. -
Өфө, 2001. – 148 б.
4.
Псәнчин В.Ш. Телмәр мәҙәниәте
нигеҙҙәре. Урта мәктәптең өлкән
синыфы, педагогия колледжы, гимназия, лицей уҡыусыларына уҡыу
ҡулланмаһы. - Өфө: Китап, 2004. – 184 б.
5.
Башҡорт теле: Педагогия училищелары өсөн дәреслек /
Ж.Ғ.Кейекбаев ред. - Өфө: Башҡортостан китап
нәшриәте, 1983. – 352 бит.